Главная | Регистрация | Вход | RSSВоскресенье, 19.05.2024, 18:30

МОБУ Абызовская ООШ

Меню сайта
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

10:22
Мин башҡортса уҡыйым

    Бөгөн Ҡариҙел районының Абыҙ мәктәбендә Башҡорт теле көнө билдәләнде. Байрам саралары мәктәп директоры А.Х.Вәғизовтың башҡорт халыҡ шағиры Р.Ғәриповтың “Туған тел” шиғырын һөйләүе менән башланып китте. Артабан эстафетаны башланғыс класс уҡыусылары ҡабул итеп алды. Низаметдинова Лия, Ғабдуллина Каролина, Ғәлимйәнова Эллари башҡорт телендә шиғырҙар һәйләнеләр. Уларға уҡытыусылары Гөлнара Барис ҡыҙы Губаева, Лилиә Рәйес ҡыҙы Хаффазовалар ҙа ҡушылды. Балалар З.Биишева, Р.Ғарипов, Б.Бикбай шиғырҙарын яратып тыңланы. Уҡыусылар билдәле “Башҡорт телендә һөйләшәм” йырын тыңланылар, үҙҙәре лә ҡушылып йырланы. Башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлнара Рәхмәт ҡыҙы Солтанова аҙаҡта балаларға «Мин башҡортса һөйләшәм!» тип яҙылған смайликтар таратты. Ул һүҙҙәрҙе уҡыусылар хор менән әйтеп, күңелле нотала таралышты.

    Һуңынан ҙур кластарҙа Берҙәм башҡорт теле дәресе үткәрелде. Уҡыусыларға ни өсөн 14 декабрь башҡорт теле көнө тип аталғаны аңлатылды. Әлбиттә, Мифтахетдин Аҡмулла тураһында белешмә тупланды, интерактив экран аша уның музейына виртуаль экскурсия үткәрелде. Миәкә районының Туҡһанбай ауылындағы был музей балаларҙа оло ҡыҙыҡһыныу уятты. Шулай уҡ уҡыусыларға башҡа милләт кешеләренең башҡортса һөйләшкән видеояҙмалары тәҡдим ителде. Америка ҡатыны Ленди Пегейҙың, Салауат Юлаев командаһының билдәле һөжүмсеһе Линус Умарктың, спортсы Джефф Монсондың башҡорт телендә һөйләшеүҙәре балаларҙы аптыратты. Ошо нигеҙҙә башҡорт телен нығыраҡ өйрәнеүгә, телде яратырға, хөрмәтләргә, иркен аралашыуҙа ҡыйынлыҡтар тыуҙырмауға баҫым яһалды. Уҡыусылар тел тураһында мәҡәлдәр менән дә танышты. Башҡорт теле көнө мәктәп уҡытыусыларының “Мин башҡортса уҡыйым” әҙәби флеш-мобы менән тамамланды.

Просмотров: 120 | Добавил: abyzovskaya | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Вход на сайт
Поиск
Календарь
«  Декабрь 2019  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
      1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
3031
Архив записей
Друзья сайта

Copyright MyCorp © 2024
uCoz